Текст песни Nara Play - Тыуған көн (Radio Edit)
Иртән тороуға ҡояш ҡаршылай
Бөгөн бит һинең тыуған көнөң
Дуҫтарың шылтырата
Бүләк тулы өй
Бар донъя тик һине ҡотлай
Ҡунаҡтар менән бергә бергә
Күңелле үтһен тыуған көнөң
Кәйефтәр беҙҙең шәп
Теләктәр диңгеҙ
Байрамда һин бөгөн йондоҙ
Тыуған көнөң менән һине ҡотлайым
Ҡайнар сәләм ебәрәм
Бәхет шатлыҡ һаулыҡ һиңә теләйем
Оҙон ғумерле матур тормош
Йылдар тиҙ үтhә юҡҡа hин ҡайғырма
Ғумер миҙгеле һәр саҡ матур
Дуҫтар ҡыуана һинең тыуған көндә
Күңел асып әйҙә,бейе
Музыка көслө уйнаһын
Тауышын йәлләмә
Бөгөн һинең тыуған көн
Кәйефтәр беҙҙең шәп
Теләктәр диңгеҙ
Байрамда һин бөгөн йондоҙ
Тыуған көнөң менән һине ҡотлайым
Ҡайнар сәләм ебәрәм
Бәхет шатлыҡ һаулыҡ һиңә теләйем
Оҙон ғумерле матур тормош